Николай Зубов, Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова Башҡортостан башлығына ҡунаҡҡа килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы корпусы сафҡа инде. Мөмкинлектән файҙаланып Николай Зубов төбәк етәксеһенә үҙенең күптәнге хыялы тураһында әйтте.
Радий Хәбиров ҡунаҡтарға үҙенең эш урынын күрһәтте, аралашты һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Николай Зубов Серафимовка йорт-интернатында, ә һуңынан Яңауыл психоневрология интернатында йәшәй. 2018 йылдан «Именлек» үҙәгендә. Бында ул слесарь-сантехник булып эшләй, учреждениеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова Николай менән Серафимовка йорт-интернатында танышыуҙары һәм шул ваҡыттан алып дуҫ булыуҙары хаҡында һөйләне. Ҡунаҡтар Радий Хәбировҡа геронтология үҙәгенең яңы заманса корпусы өсөн рәхмәт белдерҙе.