Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарына маҡтаулы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта төбәк етәксеһе хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Өфөнөң этномузыкаль төркөмө «Һомай» хиты менән донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе баҫҡыстарға күтәрелде. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тине Радий Хәбиров.