«Сулпылар» балалар эстрада йырҙары конкурсының сираттағы миҙгеле башлана

Республиканың төп телеканалында «Сулпылар» балалар эстрада йырҙары конкурсының сираттағы миҙгеле башлана. Телевизион проекттың тәүге эфиры аҙна аҙағына билдәләнгән. Әлеге ваҡытта тапшырыуҙы ҡорау эше бара. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сулпылар инде өс тиҫтә йылдан ашыу «Тамыр» телеканалында тынмай сыңлай. Ул, бик күп йәш таланттарға ҡанат ҡуйған тәүге проекттарҙың береһе. Сөнки, ижади майҙансыҡта балалар баһалама ағзаларына йыр-моңға, бейеүгә һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, белгестәр фекерен дә ала.

«Сулпылар» телевизион проектында республика район-ҡалаларынан 115 йәш башҡарыусы ҡатнашырға теләк белдергән. Жюри ағзалары тарафынан уларҙың тик 44-е һайлап алына. Конкурсанттарҙың сығышын Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы. Һәм 12-е финалға ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Әйткәндәй, телевизион проект быйыл тулыһынса йәштәргә ышанып тапшырылған. Зөлфиә Байбулатова мөхәррирлегендә режиссер Айҙар Ғәйнетдинов тарафынан проекттың беренсе туры республиканың төп телеканалы студияһында төшөрөлә. Ҡорау эштәре Ләйсән Мәсәлимоваға йөкмәтелгән.

Ә инде тәүге тапшырыу аҙна аҙағына билдәләгән. Уны телевизиор ҡараусылар беҙҙең телеканалда йәкшәмбе, көндөҙгө 12-се яртыла ҡарай ала.

Азат Ғәлиуллин