Радий Хәбиров муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләне. Республика етәксеһе урындағы үҙидаралыҡта эшләүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Муниципаль идаралыҡ системаһы хеҙмәткәрҙәр ауыл биләмәләре һәм ҡала үҫеше өсөн күп көс һала. Урындағы халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ауыл-ҡалаларҙы тәртиптә тотоу , биләмәләрҙе үҫтереүҙә муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ. Баймаҡ районы Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова төп һөнәри вәкәләттәренән тыш алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам оҙатыу , ауыл халҡы инициативаларын ғәмәлгә ашырыу йүнәлешендә лә әүҙемлек күрһәтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға тос өлөш индерә . Юлдарҙың , торлаҡ-коммуналь инфраструктураһының торошо, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм тиҫтәләгән башҡа мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү тап уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле .

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп, һөнәри оҫталыҡ , командала эшләй белеү, кешеләргә иғтибарлы булғандары өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Урындағы үҙидара органдарына кешеләр башлыса көндәлек мәшәҡәттәр, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү һорауҙары менән мөрәжәғәт итә. Халыҡты аңлай белеп ярҙам итеүсе һөнәрмәндәр булғанда ауыл биләмәләре үҫешә, граждандарҙың тормошо еңеләйә.

Флорида Ким