Башҡортостан аша үткән федераль трассалар тәртипкә килтерелә

Юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә 14 бригада һәм 30-ға яҡын техника йәлеп ителгән. Өфөнөң Көнбайыш сығыу юлында М–7 “Волга” һәм Өфө-Ырымбур трассаларында соҡорҙарҙы ремонтлау тамамлана, М-5 “Урал”да эштәр дауам итә. Бөгөнгә ике асфальт-бетон заводы эшләй, өсөнсөһөн М-5 трассаһында  20 апрелдә сафҡа индереү планлаштырыла.