Был сара 50-нән ашыу майҙансыҡта ойошторола. Быйыл Бөтә Рәсәй йәрминкәһендә 17 мең эш биреүсенең ҡатнашыуы көтөлә, 370 мең вакансия әҙерләнгән. Башҡортостан хеҙмәт урыны тәҡдим иткән предприятиелар һаны буйынса алдынғы урындарҙа килә. Ил хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова ошо турала белдерҙе. “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тигән хеҙмәт йәрминкәһе 2023 йылдан башлап уҙғарыла. Ул быйылдан “Кадрҙар” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында ойошторолған саралар исемлегендә.