Ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап" конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Документтарҙы 26 апрелгә тиклем тапшырырға була. Республика ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 175 миллион һум ҡаралған.