Республикала 5 йылда етем балалар 19 процентҡа кәмегән

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 1 мең 179 ата-әсәһеҙ бала асыҡланған. Уларҙың 1 меңгә яҡыны ғаиләләргә урынлаштырылған. Республикала балалар йорттарының профиле үҙгәртелә. Уларҙа ғаиләгә бала алған ата-әсәләргә ярҙам һәм коррекция-үҫтереү бүлектәре асыла. Ғаиләгә булышлыҡ итеү үҙәгендә балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ярҙам ойошторолған.