Башҡортостан хеҙмәткәрҙәре Луганск республикаһында эшләй

Красный Луч ҡалаһында 10 туҡталыш ремонтлана. Эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Луганск республикаһында юлдар Радий Хәбиров башланғысы менән 2022 йылдан ремонтлана. Беҙҙең республика хеҙмәткәрҙәре 90 километр трассаны тәртипкә килтергән.