Республикала “Туриада-Йүрүҙән” фестивале үтә

Ул Салауат районы Яңы Ҡаратаулы ауылы янында ойошторола. Спорт туризмы буйынса ярышта мөмкинлеге сикле кешеләр ҡатнаша. Рәсәй инвалидтар спорт берлеге етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов шулай тип белдерҙе. Фестивалдә ил төбәктәренән йыйылма командалар  байдарка, катамаран һәм башҡа йөҙөү сараларында уҙыша. Ярышҡа 18 йәштән 65 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Былтыр “Туриада-Йүрүҙән” фестивале Янғантау геопаркында үтте. Унда илдең 12 төбәгенән мөмкинлеге сикле 140 спортсы ҡатнашты. 2023 йылда сараға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы.