1942 йылдың 22 мартында Юғары Совет Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов атлыларға ошо хәрби әләмде тапшыра. Уны ҡабул итеү сараһында Миңлеғәли Шайморатов байраҡты Берлинға тиклем алып барып еткерергә һүҙ бирә. “Ҡомартҡыға Мәскәүҙә реставрация үткәрелде. Бөгөн ул Бөйөк Еңеү символы булып тора”, - ти Милли музейҙың төп һаҡлаусыһы Зилә Ниғмәтуллина:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Ҡыҙыл байрағы менән һәр кем таныша ала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМиңлеғәли Шайморатов һалдаттарҙы “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй”, тип атакаға күтәрә. Шайморатов дивизияһы Бйөк Ватани һуғышы йылдарында 4 мең километр юл үтә. Уның 3 мең 860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 5 һалдат Дан орденының тулы кавалеры була. Ҡаһармандар һаны буйынса кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Армияла беренсе урында.