Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Баланов паркын реконструкциялау киләһе йыл башлана

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров майҙанды төҙөкләндереү проекты менән танышып, урындағы халыҡ менән аралашты. Спорт менән шөғөлләнеү, ял өсөн ҡаралған паркта ағас ултыртыу, йүгереүселәр өсөн һуҡмаҡ, велотрасса эшләү күҙаллана. Дим биҫтәһенә эш сәфәре сиктәрендә республика етәксеһе реконструкциянан һуң асылған Башҡорт кавалерия дивизияһы исемен йөрөткән сквер менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Дим биҫтәһендәге Баланов паркы урындағы халыҡтың яратҡан ял урындарының береһе. Ҡыш саңғы шыуыу, йәй көндәрендә йүгереү, спорт ярыштары ойоштороу өсөн ҡаралған майҙанда ике спорт мәктәбе урынлашҡан. Паркта ял итеүселәр һәм спортсыларҙың ата-әсәләре паркты төҙөкләндереүҙе көтә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров паркты төҙөкләндереү тәҡдимдәре менән танышып, ял итеүселәр менән аралашты. 8 гектар майҙанда ағас ултыртыу, ял биләмәләрен тәртипкә килтереү, велосипедтар һәм йүгереүселәр өсөн айырым һуҡмаҡтар ойоштороу күҙаллана.

Заманса паркта спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙан тыш мәҙәни ял майҙансыҡтары ла ҡаралған. Реконструкция проектына ярашлы амфитеатр һәм тамашасылар залын төҙөү күҙаллана.

Дим биҫтәһендәге Баланов паркының реконструкцияһы киләһе йыл башланасаҡ. Ә инде йәшелләндереү эштәренең төп өлөшө күптән бара - паркта ағастар ултыртылған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 112-cе башҡорт кавалерия дивизияһы исемен йөрөткән скверҙа ла булды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә бағышланған мемориалда күләмле реконструкция үткәрелгән. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына сквер ватан һаҡсыларын данлаған ҙур бүләк.

Флорида Ким