Өфөлә «Уңышҡа үҙ юлың» тип исемләнгән йәштәр форумы үтте

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының студенттар үҙидаралығы лидерҙары мәғариф программаһын үҙләштереүҙән тыш, республика башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашып асыҡтан-асыҡ һөйләште. Вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә ойошторолған саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Апрель башында Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусында Геном үҙәге асылғайны. Йәштәр форумының тап яңы объект стеналарында уҙғарылыуы осраҡлы түгел, егет-ҡыҙҙар лаборатория-уҡыу залдары буйлап экскурсияла булып, төрлө мәғариф программаларында ҡатнашты. Ә иң мөһиме Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, төбәктә фән һәм юғары белемде үҫтереү буйынса алып барылған эштәр менән танышты. Кампус биләмәһендә күләмле төҙөлөш дауам итә. Студенттарға йәшәү һәм уҡыу өсөн уңайлы мөхит буласаҡ.

Башҡортостан вуздарында йөҙ меңдән ашыу студент белем ала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән берҙәм эш һөҙөмтәһе булараҡ сит төбәктәрҙән студенттар ағымы ла артҡан.

«Уңышҡа үҙ юлың» тип исемләнгән йәштәр форумында студенттар үҙидаралығы, профсоюз органдары лидерҙарын, академик төркөм старосталарын - барлығы 200-ән ашыу егет-ҡыҙҙы берләштерҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, уларҙы борсоған тиҫтәнән ашыу һорауға яуап бирҙе.

Форумда ҡатнашыусылар көн дауамында мәғариф программаһын үтеп, студенттар менән эшләү алымдарын камиллаштырған. Проект яҙыу, гранттар буйынса яңы мәғлүмәт тә алынған. Сараның тәүмаҡсаты - студенттар берләшмәһенә Башҡортостанда үҫеш мөмкинлектәрен күрһәтеү.

Йәштәр ирекмәнлек эшен дә алып бара. Сара аҙағында төбәк башлығы Радий Хәбиров әүҙем егет-ҡыҙҙарға «Башҡортостан ирекмәне» иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Республика етәкселеге менән осрашыуҙар даими уҙғарыласаҡ.

Яңыраҡ республикала Йәштәр менән эште әүҙемләштереү маҡсатында дәүләт комитеты министрлыҡҡа үҙгәртеп ҡоролғайны. Алда ҙур маҡсат-бурыстар ҡуйылған. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем ике тиҫтәнән ашыу ошондай күләмле форум-фестиваль уҙғарыу ҡаралған. Йәйге лагерҙар ҙа уңышлы эшләйәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина