112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Ҡыҙыл байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты

Башҡорт атлыларының был иң беренсе байрағы, уны Башҡорт АССР-ы Юғары советы Президиумы тапшырған. Ҡыҙыл әләмде 1942 йылда Миңлеғәле Шайморатов фронтҡа юлланыр алдынан үҙ ҡулдары менән байраҡ төркөмөнә биргән. 1945 йылдан 1963 йылға тиклем әләм Мәскәүҙә, Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейында, Өфөгә ҡайтарылғас, Милли музейҙа һаҡланған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Мәскәүҙә билдәле реставратор Наталья Синицына етәкселегендә тергеҙелгән. Байраҡ ебәк репстан эшләнгән,башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыуҙары бар. Реставрация эше декабрҙә башланып апрелгә тиклем дауам иткән.

Илһөйәрлек, көслө рух символы 9 майҙан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге музей залына даими экспозицияға ҡуйыла, уны теләгән һәр кем килеп ҡарай ала.