Хәрәкәт ағзалары республика ҡалаларында үтәсәк тантаналарҙы көйләү буйынса махсус уҡыуҙар үтә, байрам уңайынан ойоштороласаҡ акцияларҙа ҡатнашыу шарттарын өйрәнә. Йолаға әүерелгән «Георгий таҫмаһы» акцияһы өсөн таҫмалар әҙерләй.
Быйыл республика район-ҡалаларында улар 300 меңдән ашыу берәмек таратыласаҡ. Акция 24 апрелдә башланып, Өфөнөң Совет майҙаны һәм Пушкин аллеяһында үтәсәк. Шулай уҡ апрель аҙағында Еңеү ирекмәндәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йорттарына барып, байрам менән ҡотлай башлаясаҡ. Әле теләгән һәр кем «Ҡыҙыл ҡәнәфер» хәйриә акцияһына ҡушыла ала. Уның сиктәрендә йыйылған финанс ярҙам хәрби бәрелештәр ветерандарын реабилитациялауға йүнәлтеләсәк.