Өфө уҡыусыһы яһалма интеллект буйынса Мәскәүҙә уҙғарылған олимпиаданан еңеү менән ҡайтты

Өфөнөң 58-се лицейы уҡыусыһы яһалма интеллект буйынса Мәскәүҙә уҙғарылған олимпиаданан еңеү менән ҡайтты. Тимур Ғарифуллин яһалма интеллект темаһын үҙ аллы өйрәнеп белемен камиллаштырған. Яһалма интеллект йүнәлеше буйынса милли технологик олимпиадала 96 уҡыусы араһында ул өсөнсө урын яулаған. Уҡыусының эше амур юлбарыҫтарын классификациялауға арнала. 350 мең һум күләмендәге бүләкте ул артабанғы эше өсөн файҙаланасаҡ. Тимур Юғары иҡтисад мәктәбенә уҡырға инергә әҙерләнә.

Мин амур юлбарыҫтарын өйрәнеү буйынса проект яҡланым. Яһалма интеллект фотоһүрәттәр буйынса идентефикация уҙғара. Мәҫәлән, ҡырағай тәбиғәттә был хайуандарҙың 600 төрө булһа, беҙ уның 150 төрөн таптыҡ.

Тимур Ғарифуллин, Өфөнөң 58-се лицейының 11-се класс уҡыусыһы