Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһына заманса медицина ҡорамалы алынды

Ул "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" тигән милли проект ярҙамында тормошҡа ашырылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, электр хирургияһы аппараты һөҙөмтәһендә операциянан һуң яралар тиҙ уңала, инфекция йоҡтороу хәүефе кәмей. Быйыл Башҡортостан дауалау учреждениеларында 4 мең ярымдан ашыу яңы ҡорамал урынлаштырыу планлаштырыла.