Өфөнөң Дим районындағы паркта реконструкция киләһе йылда башлана

Был биләмәне Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡараны. Бында велосипедсылар юлы, воркаут-майҙансыҡ, ҡарағай һәм шыршы аллеялары булдырылған. Йыл һайын саңғы ярыштары уҙғарыла. 2023 йылда "Сәләмәтлек һуҡмағы" булдырылған. Ун йыл элек парк биләмәһендә "Мәҙинә" мәсете асылған. - Реконструкция өс йыл дауам итергә тейеш. Район үҫешә, бында йәш ғаиләләр күп, - тине Радий Хәбиров.