Рәсәй ҡарабойҙай һатыуҙы арттырған

Быйыл ғинуар-март айҙарында экспорт ике тапҡырға күбәйгән. Ситкә 110 мең тонна оҙатылған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Ҡарабойҙайҙы күпләп Ҡытай ала. Шулай уҡ Рәсәй был ярманы Төркиә һәм Ираҡҡа һата. Башҡортостан ҡарайбойҙай үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Уҙған йылда беҙҙең республикала 567 тонна ярма экспортлаған.