Генетика өлкәһендә фәнни асыштарға заманса алымдар менән. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, блогерҙар Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусында асылған Геном үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Экскурсия барышында улар Рәсәй фәндәр академияһының интеллектуаль геномика үҙәге менән Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең генетик лабораторияһын ҡараны. Үҙәк ҡунаҡтары билдәләүенсә, яңы объект заман талаптарына ярашлы төҙөлгән.