Өфөлә Дәүләт Думаһы депутаты яңы закондар тураһында һөйләне

Кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәш, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, социаль түләүҙәр күләмен индексациялау һәм башҡалар. Илдә бер нисә яңы закон проекты ҡабул ителде. Улар Өфөлә Дәүләт думаһы депутаты Ирина Панькинаның республика журналистары менән осрашыуында тикшерелде.

Бынан тыш, Дәүләт думаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан дин әһелдәренә ветеран статусын биреү проекты ҡарала. Ә икенсел баҙарҙа ғаилә ипотекаһы буйынса торлаҡ 1 апрелдән һатыла башланы. Уларҙы льготалы шарттарҙа Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Яңауыл, Ағиҙел, Межгорье, Күмертау, Салауат һәм Сибай ҡалаларында һатып алырға мөмкин.

Быға тиклем ғаилә ипотекаһы буйынса тик яңы төҙөлгән йортта ғына фатир алып була ине. Ил президенты ҡушыуы буйынса программа икенсел баҙарға ла индерелде. Йыллыҡ ставка элеккесә 6 процент тәшкил итә. Программала ҡатнашыу өсөн, ғаиләлә алты йәшкә тиклем кәмендә бер бала тәрбиәләнергә тейеш.

Ирина Панькина, Дәүләт Думаһы депутаты