Сумма былтырғы менән сағыштырғанда, 80 миллионға күберәк. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы үҙ майҙанында мутлашыусыларҙан һаҡланыу буйынса лекциялар үткәрә башланы. Дәрестәр үҫмерҙәргә һәм оло йәштәге граждандарға тәғейенләнгән. Бөгөн 5 меңдән ашыу кеше ошо йүнәлештә уҡыу үткән.