Башҡортостанда етештерелгән продукция «Окей» гипермаркетында һатыла башлаясаҡ

Өфөлә федераль сауҙа селтәре вәкилдәре һәм республика етештереүселәре ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференцияһы уҙҙы. Унда аҙыҡ-түлектән алып йорт кәрәк-яраҡтарына тиклем етештереүсе 50-нән ашыу ойошма коммерция тәҡдимдәре һәм продукция өлгөләре менән таныштырҙы. «Окей» гипермаркеты республикала өс һатыу нөктәһенә эйә, уларҙың кәштәләренә «Башҡортостан аҙығы» тауарҙарын сығарыу етештереүселәр өсөн яңы мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, «Башҡортостан аҙығы» проекты 12 йыл дауамында эшләй. Әлеге ваҡытта 32 меңдән ашыу продукция маркировкалана.