Ветерандарға рәхмәт йөҙөнән. Шишмә районында Солтан Хәйҙәровҡа Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалы һәм почетлы гражданин исеме тапшырылды.
Муниципалитет етәкселеге фронтовиктың өйөнә тантаналы миссия менән килде. Солтан Хәмәтғәли улы 1943 йылда армияға саҡырыла. 2-се Украина фронты составында һуғыша. Әсирлеккә эләгә. Уны күп тапҡыр төрлө лагерҙарға күсерәләр. Францияла ул ҡаса һәм урындағы партизандарға ҡушыла, Лион ҡалаһын азат итергә ярҙам итә. 1948 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Тыныс тормошта яугир умартасы һәм 20 йыл һөт фермаһы мөдире булып эшләй.
Юбилей миҙалына Новотроицк ауылынан Риза Вәлиев та эйә булды. Һуғыш башланғанда уға 13 йәш кенә була. Ете класты тамамлағандан һуң педагогия училищеһына уҡырға инә һәм студент сағында өс тапҡыр хәрби комиссариатҡа ғариза бирә. Әммә фронтҡа йәшенә күрә алынмай. Шуға күрә ул тылда ярҙам итергә ҡала. Һуғыштан һуң Риза Нурлы улы Владивостокта һыу аҫты кәмәһендә 5 йыл армияла хеҙмәт итә. Риза Нурлы улы быйыл Мәскәүҙәге Еңеү парадында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бер көндә Шишмә районында тағы ла бер нисә тыл хеҙмәтсәндәренә юбилей миҙалы тапшырылды. Уларҙың һәр береһе өсөн сәнғәт эшмәкәрҙәре бәләкәй концерт ойошторҙо.