2030 йылға тиклем иҫәпләнгән документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Концепцияға ярашлы, республикала юл яны объекттары төҙөлөшөнә инвестиция йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу дауам итә. Шулай уҡ бәләкәй балалар һәм инвалидтар өсөн инфраструктура булдырыла. Алдағы йылдарҙа Башҡортосанда 1 мең юл яны объектын булдырыу ҡарала. Күп функциялы 22 үҙәк файҙаланыуға тапшырыла.