Радий Хәбиров төбәктә йәшәгән милли диаспора вәкилдәре менән осрашты

Фекер алышыу барышында диаспоралар менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу, сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыу мәсьәләләре күтәрелде. Башҡортостан башлығы Рәсәй Президентының йыл аҙағына тиклем миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушыуын иҫкә төшөрҙө. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәттең һәм халыҡтың именлеге, мәҙәни үҙенсәлекте, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлау. Республикала диаспоралар һәм мигранттар менән ошо өлкә өсөн яуаплы ведомстволар линияһы буйынса системалы эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта һорауҙар кәмемәй. Киреһенсә, уларҙың һаны арта, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, былтыр республика биләмәһендә 84 мең 963 сит ил гражданы иҫәптә торған, уларҙың күпселеге - Урта Азия илдәренән. Шул уҡ ваҡытта мигранттар яғынан енәйәтселек мәсьәләһе киҫкен булып ҡала. Осрашыуҙа диаспора вәкилдәре республикала килеп тыуған бөтә мәсьәләләр буйынса ярҙамды юғары баһаланы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү йәһәтенән һөҙөмтәле эш ойошторорға әҙер булыуҙарын белдерҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы хакимиәтенә төбәк Хөкүмәте менән берлектә мигранттарҙы яраҡлаштырыу үҙәген булдырыу буйынса тәҡдимде өйрәнергә ҡушты.