Башҡортостанда яңы ял базалары, сәнәғәт предприятиелары һәм логистик үҙәктәр барлыҡҡа килеүе ихтимал. Радий Хәбиров үткәргән «Инвестиция сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә миллиард һумдан ашыу инвестиция проекттары тәҡдим ителде.
Архангел районында ғаилә ял базаһын төҙөү проектына өҫтөнлөклө статус бирелде. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, шулай уҡ яраланған махсус хәрби операцияла яугирҙары реабилиация үтә ала. Проектты «НОВО-Групп» компанияһы етәксеһе урынбаҫары, махсус хәрби операция ветераны Антон Теплов тәҡдим итте. Инвестор республиканың үҫеш корпорацияһы ярҙамында рекреацион объекттарҙы урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ һайлаған да инде. Унда торлаҡ модулдәр, кафе-ресторан, һауыҡтырыу блоктары төҙөү, ял һәм спорт менән шөғөлләнеү зоналарын йыһазландырыу, экоһуҡмаҡтар һалыу планлаштырыла. Был ғаилә ялын ойоштороу, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Уҙған йылдың декабрендә башланғыс муниципалитеттың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә хуплау тапты. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 621 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк, урындағы халыҡ 17 эш урыны аласаҡ.