Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия һалым хеҙмәтенән мәғлүмәт ярҙамы аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың спорт министры Руслан Хәбибов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия ултырышында республикала легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар тикшерелде. Кәңәшмәлә федераль дәүләт власы органдарының территориаль бүлексәләре, республика башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары, бюджеттан тыш дәүләт фондтары, шулай уҡ профсоюздар һәм эш биреүселәр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Фекер алышыу барышында төбәктә легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия менән Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы араһында үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Хәҙер ведомство-ара комиссия ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоуҙар тураһында мәғлүмәттәргә эйә буласаҡ, был шулай уҡ «легаль булмағандарҙы» асыҡлау йүнәлешендә эштең һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһаясаҡ.

Легаль булмаған мәшғүллек менән көрәшеү көнүҙәк. Эш хаҡын конвертта алыуға сик ҡуйырға кәрәк.

Руслан Хәбибов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары - спорт министры