Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙна ял иткәндән һуң, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙарҙың сираттағы төркөмө юлланды. Ғәҙәттәгесә, ил һаҡсыларын оҙатыу «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Яугирҙар ялдарының күпселек өлөшөн өйҙә яҡындары менән уҙғарған. Дәүләт кимәлендәге мәсьәләне хәл итергә улар күтәренке кәйеф менән юллана.

Бик яҡшы ял иттем, дуҫтарым туғандарым менән осраштым. Киләһе ҡайтыу бөтөнләйгә, еңеү менән ҡайтыу булыр тип ышанам.

«Мясник» ҡушаматлы яугир

Дошманды тиҙерәк еңеп иҫән-һау ҡайтырға яҙһын. Барлыҡ иптәштәремә лә ошоно теләйем.

«Енот» ҡушаматлы яугир

Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт урынына махсус бүленгән автобустар илтә. Республикала яугирҙарҙың яҡындар һәм ғаилләәренә кеүек үк, масхус хәрби операция биләмәһенә лә ярҙам даими ойошорола - Башҡортостандан тейешле кәрәк-яраҡтар тейәлгән гуманитар ылауҙарн яу ерҙәренә йыш юллана.

Беҙҙең егеттәр теләһә ниндәй мәсьәләне хәл итә ала. Әлеге ваҡытта батальондар, полктар, бригадалар етәкселәренән республика башлығы исеменә беҙҙең яугирҙар хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгәне өсөн күп рәхмәт хаттары килә.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары