Ҡара мэры Эмиль Шәймәрҙәнов етәкселегендәге төркөм Луганск халыҡ республикаһына барып етте. 40 тонна йөк тейәлгән ике фура менән коптерҙар, юғары үтеүсән техника, махсус саралар, генераторҙар, 4 автомобиль һәм мотоцикл килтерелде. Шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, шәхси посылкалар һәр гумконвойҙың традицион өлөшө булып тора. Ярҙамды ойоштороуҙа Стәрлетамаҡ хакимиәте, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм ҡаланың битараф булмаған халҡы ҡатнашты.