Дыуан районынан тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Урындағы хакимиәт вәкилдәре йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотланы. Лидия Степановнаның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, меңләгән тыл эшсәндәре кеүек, ул да Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Алты йәшенән умарталыҡта ярҙамсы, һуңынан колхозда эшләй. Әле ветеранға туғанының ғаиләһе ярҙам күрһәтә.