Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы депутаттар тураһында күргәҙмә асылды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда масхус хәрби операцияла ҡатнашҡан төрлө кимәл депутаттарға арналған күргәҙмә асылды. Экспозиция Республиканың Хәрби дан музейы менән берлектә ойошторолған.

Стендта масхус хәрби операцияла ҡатнашҡан 84 депутат тураһында мәғлүмәт бирелгән. Яугир депутаттарҙың иң йәше -21, өлкәне - 65 йәштә. Ҡулына ҡорал алған 60 йәштән өлкән депутаттар - 18 кеше. Донбасҡа юлланған депутаттар араһында шулай уҡ гүзәл зат вәкилдәре лә бар - Филизә Әхтәмова Донецк халыҡ республикаһында медицина ротаһында хеҙмәт итә. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, күргәҙмә - ил һағына баҫҡан депутаттарға хөрмәт билдәһе.