Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәрби парад репетицияһы уҙҙы

Унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был ваҡиға барыбыҙ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла әҙерлек айырыуса етди бара. Ғәҙәттәгесә, репетиция «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Унда ветерандар, хәрбиҙәр, полиция, Ғәҙәттән тыш тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм төрлө ойошма вәкилдәре үҙҙәренең әҙерлеген күрһәтте. Улар беҙгә хәтерҙең, патриотизмдың һәм берҙәмлектең мөһимлеген иҫкә төшөрә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тантаналы маршҡа әҙерлек 3 апрелдә башланды. Ул аҙна һайын ойошторола. Генераль репетиция 4 һәм 7 майҙа Октябрь проспектында була.