Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәп уҡыусылары «Шаян-лига»ның суперфиналында көс һынашты. Проектта бөтәһе 30 команда ҡатнашты, Финалға 4 зонанан 10 команда сыҡты.»Шаян-лига» башҡорт телен популярлаштырыу һәм уҡыусыларҙың сәхнәлә сығыш яһау һәләтен үҫтереү өсөн яҡшы нигеҙ булып тора.Хәл иткес ярыштарҙа Тәтешле, Дыуан, Ишембай райондары командалары, Өфө һәм Сибай ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Беренсе урынды Сибайҙан «Башбармаҡ менән Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбе командаһы бүлеште.