Опера һәм балет театрында фортепиано триоһы концертының премьераһы үтте

Бах, Рахманинов, Брамс әҫәрҙәре бер сәхнәлә. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының бәләкәй залында фортепиано триоһы башҡарыуында камера музыкаһы концерты премьераһы уҙҙы.

Тамашасылар алдында республиканың атҡаҙанған артистары Алһыу Петренко - рояль, Рөстәм Хәмиҙуллин -виолончель, Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры артисы Наснбилиг Та - скрипка партияларын башҡарҙы. Сәхнә оҫталары Иоганнес Брамс, Сергей Рахманинов әҫәрҙәрен һәм Бах сонатаһын уйнаны. Музыканттар үҙенсәлекле программаны осраҡлы һайламаған. Улар тамашасыларға фортепиано триоһы өсөн камера музыкаһын бөтә стилистик төрлөлөгөндә күрһәтергә теләгән.

Беҙҙең трио бер-нисә йыл дауамында формалашты. Бөгөн беҙ тамашасы алдында уңышлы һынау тоттоҡ. Бах, Брамс, Рахманинов әҫәрҙәрен яңғыраттыҡ.

Алһыу Петренко, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы