Башҡортостанға йылы яҡтан ҡыр ҡаҙҙары ҡайтты

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүселәрҙең береһе ҡоштар тубын кеҫә телефонына төшөргән. Теҙелешеп осҡан йән эйәләренең күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Йыш ҡына ҡыр ҡаҙҙарын яу ҡырында башын һалған һалдаттарҙың рухы менән сағыштыралар. Был образды Рафаэль Сафин да үҙенең «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырында асып бирә. Кадр артындағы тауыш та ошо турала бәйән итә.