Башҡортостанда йәшәүселәргә яңы вакансиялар һәм карьера буйынса үҫеш мөмкинлеге. «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» тип исемләнгән эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабында ете йөҙҙән ашыу предприятие-ойошма ҡатнашып, хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәр буйынса консультациялар алып барҙы. Шулай уҡ сарала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн профориентация майҙансыҡтары эшләне. «Торатау» Конгресс-Холында уҙғарылған фестивалдән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Экскаватор менән идара итеү еңелдән түгел, шулай ҙа тренажер ярҙамында ҡеүәтле техниканың эш принцибын еңел үҙләштерергә мөмкин. «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» вакансиялар йәрминкәһенең төбәк этабында теләүселәр иретеп- йәбештереү симуляторы, микроскоп менән дә эшләп ҡарай алды. Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре махсус кейем, эш ҡоралдары алып килеп, йәштәрҙе буласаҡ һөнәрҙәре менән таныштырҙы.
Быйыл вакансиялар йәрминкәһенең төп символы булараҡ ҡырмыҫҡа һайлап алынған: тырышлыҡ, дисциплина һәм команда эше сағылышы. Предприятиелар күләмле акцияға етди әҙерләнеп килгән, эш эҙләүселәргә яңы вакансияларҙан тыш, һөнәр үҙләштереү, өҫтәмә белем алыу мөмкинлектәре лә тәҡдим ителде.
«ПрофФест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» вакансиялар йәрминкәһе өсөнсөгә уҙғарылып, ил буйынса ике меңдән ашыу майҙансыҡты берләштерҙе. Быйыл ул «Кадрҙар» яңы милли проектының «Хеҙмәт кешеһе» федераль проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡортостан сараны ойоштороу урындары буйынса - лидер төбәктәр иҫәбендә.
Хеҙмәт йәрминкәһендә иң күп вакансиялар эшкәртеүсе производстволар, төҙөлөш, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәләренә ҡағылды. Өфөнән Ләйсән Хөснөтдинова ун йылдан ашыу аҙыҡ-түлек магазинында эшләгәндән һуң, балаларының мәктәпкә барыуына бәйле эштән китергә мәжбүр булған, бөгөн ул мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫҡан.
Хеҙмәт йәрминкәһен ойоштороу майҙансығы итеп Вуз ара кампус та һайлап алынғайны. Бында мәктәп уҡыусылары өсөн республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлектәре күрһәтелде, белгестәр йәштәр менән профориентация эше алып барҙы.
Лаборатория практикумдары, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө уйын-викториналар - форум программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы булды.
Башҡортостанда бөгөн ике йөҙ меңдән ашыу студент белем ала, сараның тәү маҡсаты ла йәштәргә хеҙмәт баҙарындағы мөмкинлектәр тураһында һөйләп, лайыҡлы эш урындары, хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү.
Гөлназ Хәйбуллина