Катюша йыры төрлө телдә яңғыраны. Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ монументы» майҙанында ижади коллективтар үҙенсәлекле акция ойошторҙо. Һәүәҫкәр артистар Башҡортостанда йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрен кейеп бер ансамблгә тупланды. Ә Катюша йыры уларҙы тағы ла берләштерҙе.Тәүҙә коллективтар уны һәр береһе үҙ телендә башҡарһа, һуңынан күмәкләп рус телендә йырланы. Барыһына ла таныш йыр һәм төрлө төҫтәрҙәге сағыу кейемдәр шунда уҡ урамдағы халыҡты йәлеп итте. Улар ҙа артистарға ҡушылып Еңеү ерен башҡарҙы.