Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Республика етәксеһе төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә булыуын билдәләп, Салауат районы хакимиәтенә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына тейешле ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тоторға ҡушты.