Был хаҡта Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә. Ведомство мәғлүмәте буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт 10-дар тирәһендә «Форд» автобусы водителе идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә пассажир ташыусы транспорт сараһы туҡтап торған ике еңел автомобилгә бәрелә. Аварияла автобус водителе һәм өс пассажир йәрәхәтләнә. Уларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәткән өсөн водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.