Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Дүшәмбенән Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы башлана. Өфө һәм республика медицина учреждениелары белгестәре «Сәләмәтлек поездарында» райондарҙы урап сығасаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Был поликлиниканың тәгрмәс өҫтөндә икәнлеге тик тыштан ғына күренә. Эстә иһә ғәҙәти стационар медицина учреждениеһын хәтерләтә. Хатта үҙ клиник-диагностика лабораторияһы бар.
Анализ һөҙөмтәләре шунда уҡ билдәле булғанға күрә табиптар диагноз ҡуйып , хроник ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлай ала. Тап шуның өсөн дә «Сәләмәтлек поезы» ойошторола ла инде. Райондарға сыҡҡан медицина бригадалары составында терапевтар ғына түгел, төрлө йүнәлештәге белгестәр ҙә бар.
«Сәләмәтлек поезы»ның яңы миҙгеле дүшәмбенән старт ала. Райондар буйлап сәфәргә юллансаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры осрашты. Айрат Рәхмәтуллин белгестәр менән аралашып, диагностика ҡоролмаларының әҙерлеген тикшерҙе.
Башҡортостан буйлап туристик түгел, ә медицина турнеһы. Һәр дүшәмбе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары ауылдарға сығып, йома кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Бындай эш графигы көҙгә тиклем дауам итә. «Сәләмәтлек поезының» маршруты статистиканан сығып төҙөлгән. Тәүге аҙнала ул Белорет, Дыуан, Туймазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарына һәм Ағиҙел ҡалаһына йүнәлә . График менән ентекләберәк Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова