Еңеүҙең 80 йыллығына арналған экологик өмәлә урындағы халыҡ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Былтыр Башҡортостан «Хәтер баҡсаһы» акцияһы осоронда ултыртылған ағастар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урын яуланы. Республика халҡы ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртты.
«Хәтер баҡсаһы»- ветерандарға, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға, олатай-өләсәйҙәрҙең ауыр яҙымышына хөрмәт билдәһе. Башҡортостанда быйыл «Йәшел Башҡортостан « һәм «Хәтер баҡсаһы» акцияһы буйынса 135 яңы аллея барлыҡҡа киләсәк. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған геоглифтар бөтә район-ҡалаларҙа ойошторола.