Өфөлә «Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» тип исемләнгән уйын үтте

Милли кейем көнө уңайынан Башҡортостандың Милли музейында «Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» тип исемләнгән уйын үтте. Ул фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан «Урал батыр» эпосын яҙып алыуҙың 115 йыллығын билдәләүгә лә арналды.

Квизға килеүселәр ҡобайырҙағы хазиналарҙы барлап, белемен тикшереп кенә ҡалманы, рухи аҙыҡ та алды. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе күп бала тәрбиәләгән әсәләр ине. Улар эпостың бала тәрбиәләүҙәге әһәмиәте, хатта әкиәт урынына «Урал батыр» эпосын уҡыуҙары хаҡында һөйләне. Икенсе тапҡыр уҙғарылған уйын эпосты мәңгеләштереү һәм йәштәр араһында популярлаштырыу, шулай уҡ уларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.