Бишенсе йыл рәттән Башҡортостанда Милли кейем көнө уҙҙы

Уҙып барған аҙнала Башҡортостан халыҡтары милли кейем көнөн билдәләне. Рәсми рәүештә 2020 йылдан тормошҡа ашырыла килгән сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән байрам уңайынан төрлө ойошмаларҙа, майҙандарҙа күләмле саралар үтте. Милли кейем көнө социаль селтәрҙәрҙә лә киң билдәләнде. Рәсми көн традицион башҡорт кейемдәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Эш был тәңгәлдә нисек ойошторолған? БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина менән әңгәмәләште.