Бөгөн Башҡортостанда "Сәләмәтлек поездары" юлға сыҡты

Өфөнән табиптар төрлө ауылдарҙа була, халыҡ сәләмәтлеген тикшерә. "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы 16 сентябргә тиклем бара. Маҡсат - халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Мобиль комплекстар алты маршрут буйынса эшләй. Уҙған йылда акция ваҡытында 41 мең тикшеренеү уҙғарылған. 4 меңдән ашыу пациентта етди ауырыуҙар асыҡланған. Сәләмәтлек бригадалары халыҡты бушлай ҡабул итә.