Был турала бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Өфө, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ Сибай ҡалаларында, Благовещен, Йәрмәкәй, Ишембай, Мәләүез һәм Миәкә районында тейешле ҡарар ҡабул ителгән. Тағы 10 муниципалитет йылы биреүҙе ошо аҙнала туҡтатырға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, һәр район һәм ҡала үҙ аллы ҡарар ҡабул итә. Әммә көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк.