Башҡортостанда баҡса маршруттары асыла

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет  ҡалаларында автобустар баҡсаға 26 апрелдән йөрөй  башлай.  1 майҙа Баймаҡ, Яңауыл, Ағиҙел һәм Октябрьский баҡсасылары  өсөн рейстар асыла.