Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Кәңәшмәлә йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдәләүенсә, быйыл йәйге миҙгелдә «Өфө» аэропортынан 18 йүнәлеш буйынса осош планлаштырыла.
29 апрелдән «Ред Вингс» авиакомпанияһы Истанбулға аҙнаһына ике рейс башҡара, 1 июндән «Ютэйр» тарафынан тағы ла бер рейс өҫтәлә. Бер үк ваҡытта Өфө-Минск рейстары ла башҡарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы маршруттар, шул иҫәптән Абхазия буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Ҡала электричкаһы»« проектын тормошҡа ашырыуҙы ла тикшерҙе.
Һуңғы биш йылда Башҡортостан биләмәһендә хәрәкәт итеүсе составтың 70 проценттан ашыуы яңыртылған. Республикаға яңы 88 вагон, шул иҫәптән алты «Ҡарлуғас» һәм ике «Финист» электропоездары составы килгән. Улар ярҙамында Өфө ҡала агломерацияһы биләмәһендә юл ваҡыты 20-25 минутҡа ҡыҫҡарған. Поезд менән хәҙер ҡала үҙәгенә тығындарҙы урап үтеп, күпкә тиҙерәк барып етергә мөмкин. Кәңәшмәлә шулай уҡ «Алға» юл хаҡын түләү системаһын үҫтереү мәсьәләһе лә күтәрелде. 2019 йылдан алып төбәктә «Алға» ҡушымтаһы менән 2 миллион ярымдан ашыу карта сығарылған. Юл хаҡын түләү структураһында транспорт картаһы 46 процент өлөш менән беренсе урынды биләй.