Силәбенең Ш. Бабич исемендәге милли китапханаһында төбәк-ара тәүге милли матбуғат фестивале үтте

Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге милли китапханаһында төбәк-ара тәүге милли матбуғат фестивале үтте. Башҡортостан баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм журналистары, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, архив хеҙмәткәрҙәре ҡатнашкан сара Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте ярзамында Силәбе ҡалаһы хакимиәте, урындагы башҡорттар ҡоролтайы, вәкиллек һәм урындағы йәмәғәтселәр тарафынан ойошторолдо. Теманы коллегабыҙ Гөлнур Ишбулатова дауам итә.

Өлкәлә 200 мең тирәһе милләттәшебеҙ йәшәй. Һан буйынса ғына түгел, Силәбе ул милләт тарихын һаҡлаған төбәк булараҡ үҙенсә айырылып тора.

Силәбе ҡалаһының башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич исемен йөрөтә. Был юҡҡа түгел. Уҙған быуат башында тап ошо төбәктә «Башҡорт « тип исемләнгән гәзит нәшер ителә башлай. Уның инешендә азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабич торған.

Фестиваль сиктәрендә Рәсәй төбәктәрендә милли матбуғаттың тотҡан роле, төбәк- ара бәйләнештәрҙе нығытыу, башҡорт телендәге гәзит - журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу кеүек бурыстар ҡаралды.

Баҫмаларға яҙылыусыларҙың кәмеүе ул илдәге дөйөм тенденция булһа, милли матбуғат та ситтә үҙ уҡыусыларын юғалтҡан. Быны хатта, ваҡытында бик популяр булған «Йәшлек « гәзите миҫалында ла күрергә мөмкин. Сәбәптәрҙең береһе - дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған милли баҫмаларҙың Рәсәй каталогынан төшөп ҡалыуы.

Милләттәштәребеҙҙең тамырҙарына яҡын булыуы бөтә нәмәлә күренә. Тик баҫма уҡыусылары араһында өлкән йәштәгеләр күберәк тигән дөйөм ағым, ҡыҙғанысҡа, уларға ла хас.

Был тәңгәлдә бөтә структуралар ҙа берләшеп эшләргә һәм мәғлүмәт менән алышырға һүҙ ҡуйышты.

Сара һуңында Башҡортостан делегацияһы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды. Был объект урындағы башҡорт йәмәғәтселәренең тырышлығы менән асылған һәм ул Силәбе губернаторы резиденцияһы янында тора. Башҡорттар тап ошо юлдан һуғышҡа киткән.

Г. Ишбулатова