Урал тауҙарын йәйәүләп үтеүе менән дан алған башҡорт сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев сираттағы сәфәренә юлланды. Ул йылғалар буйлап 5 мең километрҙан ашыу араны каяк менән үтергә ниәтләй.
Әлегә тиклем был юлды бер кем дә үтергә ҡыймаған. Яҡташыбыҙҙы алда көслө ағымлы йылғалар, һикәлтәле урындар, Урал тәбиғәте матурлығы көтә. Алыҫ сәфәргә старт Ағиҙел башланған урында бирелде. Ә сәйәхәттең һуңғы нөктәһе Төньяҡ боҙло океан яры буласаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, маршрут 5 ай самаһы дауам итергә тейеш. Бының өсөн көнөнә 50-70 километр үтергә кәрәк. Ағып барған ваҡытта Олег Чегодаев урман һәм һыу ятҡылыҡтары тереклектәрен фотоға төшөрөп, халыҡ менән аралашыу өсөн ҡайһы бер төбәктәрҙә туҡтарға теләй. Тәүге ошондай осрашыу Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында үткән.